понедельник, 5 ноября 2012 г.

Мәскәү үҙәгендә “Урыҫ маршы”үтте.



Милләттәр берлеге көнөнә арнап, милләтселек хәрәкәте вәкилдәре һәм улар яҡлылар Мәскәүҙә “Урыҫ маршы” үткәрҙе. Президентҡа ҡаршы“Путинһыҙ Рәсәй”лозунгылары менән бергә милләтселәргә хас лозунгылар ҙа ишетелде. Сығыш яһаусылар мигранттар ағымын туҡтатыуҙы, Урта Азия илдәре менән виза режимын индереүҙе һәм “Кавказды туйындырыуға сик ҡуйыуҙы”ҙы талап итте.

Маршты ойоштороусыларҙың береһе булған Александр Беляев белдереүенсә, сарала 20 мең самаһы кеше ҡатнашҡан. Полиция иһә тантаналы йөрөштә 6 мең һәм митингыла 2,5 мең кеше һанаған.

Акция, тәртип һағында тороусылар әйтеүенсә, тыныс үткән. Бер нисә йәш кеше төтөн шашкаһы ебәргән. Ҡайһы берәүҙәр биттәрен шарфтар менән ҡаплап алған, ә был күмәк акцияны үткәреү ҡағиҙәһен боҙоу була.

“Урыҫ маршы”4 йыл рәттән үткәрелә, әммә быйыл беренсе тапҡыр ул Мәскәү үҙәгендә ойошторолдо.

Төньяҡ баш ҡала властары Санкт- Петербуогта милләтселәрҙең акцияһына ризалыҡ бирмәне. Маршта ҡатнашыусы 34 кеше ҡулға алынды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий