пятница, 30 ноября 2012 г.

Брахими: Сүриәгә тыныслыҡ урынлаштырыусылар кәрәк.



Сүриә армияһы Дәмәшктән халыҡ- ара аэропортҡа илтеүсе шоссе өҫтөнән үҙ контролен булдырҙы, юғиһә алыштар арҡаһында трассаны ябырға тура килгәйне. Хәүефһеҙлекте күҙ уңында тотоп, “Эмирейтс” һәм “Иджипт эйр” авиакомпаниялары Сүриә баш ҡалаһына рейстарҙы туҡтатты.

Дәмәшк тирәһен оппозиция көстәре даими утҡа тота. Ҡалала кеҫә телефоны һәм интернет аша бәйләнеш юҡ. Баш күтәреүселәр бының өсөн хөкүмәтте ғәйепләй, властар террористар һөжүме арҡаһында бәйләнеш булмауға һылтана.

Сүриәләге БМО-ның махсус илсеһе Лахдар Брахими фекере буйынса, хәҙер иң мөһиме- утҡа тотоуҙарҙы туҡтатыу:

“Ғәрәп дәүләттәре лигаһы тәжрибәһенән, БМО-ның Сүриәләге Күҙәтеү миссияһынан, үҙемдең тәжрибәмдән сығып шуны раҫлай алам: утты туҡтатыу режимы ике яҡ та быны тайпылышһыҙ үтәһә генә тотороҡло була, ә быға ирешеү өсөн, тыныслыҡ һағында тороусы көстәр кәрәк, тип уйлайым.”

Сүриәлә хөкүмәт ғәскәрҙәре һәм оппозиция араһындағы ҡораллы бәрелештәр уҙған йылдың мартынан бирле дауам итә. Күҙәтеүселәрҙең һуңғы иҫәбе буйынса, ошо ваҡыт эсендә 40 000 самаһы кеше һәләк булған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий