пятница, 23 ноября 2012 г.

ЕС-тың көрсөк саммиты: әҙ һалып, күп алырға.



Евроберләшмә ил-ағзаларының пландан тыш алдағы 7 йыллыҡҡа бюджет проекты хаҡында һөйләшеүҙәре етди фекер төрлөлөгө шарттарында асылды. Евроберләшмә илдәрен, моғайын, көсөргәнешле төн көтәлер, сөнки әлегәсә компромисҡа ирешеп булмай.

Евроберләшмә президенты Херман Ван Ромпей киләһе бюджетҡа триллиондан ашыу евро һалырға тәҡдим итте. Көнсығыш Европаның дотациялағы илдәре риза булһа ла, Германия, Франция һәм Бөйөк Британия кеүек донор илдәре, көрсөк ваҡытында юрғаныңа ҡарап аяғыңды һуҙ һылтауы менән бюджетты ҡыҫҡартыуҙы талап итә. Немец канцлеры Ангела Меркель компромисс кәрәклеге хаҡында һөйләй:

“Ғилми тикшеренеүҙәргә, үҫешкә инвестициялар, аҡсаны эффектив файҙаланыу- Евроберләшмәнең киләсәге өсөн мөһим нәмәләр. Һәр евро файҙа бирергә тейеш.”

Шулай ҙа фекер айырымлыҡтары дөйөм бюджеттан бигерәк сығымдары ҡыҫҡартылырға тейешле программаларға ҡағыла. Британия, Кэмерон йөҙөндә, әгәр уның мәнфәғәттәре күҙ уңында тотолмаһа, вето хоҡуғын ҡулланыуы менән ҡурҡыта, сөнки эске ҡатмарлы сәйәси мөхит фонында евроға ышанмай ҡараусылар тарафынан баҫым көсәйҙе.

Венгрия, Польша һәм Италияға килгәндә, улар аҙаҡҡа ҡәҙәр Европаның артта ҡалған региондары үҫешен тәьмин итеүгә йүнәлтелгән сығымдарҙың ҡыҫҡартылыуына ҡаршы көрәшәсәк.

Шулай итеп, әлеге саммиттың барышын күҙаллау мөмкин түгел. Бәхәстәр төрлө яҡтар уртаҡ фекергә килгәнгә саҡлы дауам итеүе ихтимал, “ризаһыҙҙар менән ризалашыу”рәүешендә тамамланып, ҡарар ҡабул итеү 2013 йылға ҡалдырылыуы ла мөмкин.

Комментариев нет:

Отправить комментарий