четверг, 27 декабря 2012 г.

Толедола 11 тонна хәшиш ҡулға төшөрөлгән.



11 тонна хәшиш һәм 150 мең евро аҡса- испан полицейскийҙары шундай табышты ҡулға төшөрҙө һәм шаршамбы көн наркотиктар һатыусыларҙың ҙур селтәрен нейтралләштереү хаҡында иғлан итте. Наркотиктар таратыуҙың тулы циклын ойоштороуҙа –ҡаптарға һалып, Испания, Франция, Бельгии, Бөйөк Британия һәм Нидерландтар территорияларында һатыуға сығарыуҙа шик аҫтына алынған 35 кеше ҡулға алынған.
Наркотиктар менән көн күреүселәрҙең үҙәк һаҡлағыстары Испанияның Толедо ҡалаһында урынлашҡан булған. Наркотиктар һәм аҡсанан тыш полиция 14 транспорт сараһы һәм 109 кәрәҙле телефон конфискациялаған.
Һуңғы йылдарҙа Испания Латин Америкаһынан Европа илдәренә наркотиктар ташыу юлында йөктәрҙе күсереп тейәү пунктына әйләнде. Дөйөм трафиктың 10-15 процентын ғына ҡулға төшөрөүҙәрен полиция йәшермәй.

Комментариев нет:

Отправить комментарий