вторник, 25 декабря 2012 г.

Рәсәйҙә ҡаты һалҡындар 120 кешенең ғүмерен киҫкән.



Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һалҡындар арҡаһында уҙған тәүлектәрҙә 345 кеше зыян күргән, 201-е хәстәханаға оҙатылған, 7 кеше һәләк булған, шулар иҫәбендә бер бала ла бар. Мәскәүҙә һауа температураһы 30 градус булһа, Якутияла ул 60 градусҡа ҡәҙәр түбәнәйҙе. Себерҙә, айырым алғанда, Тувала байтаҡ коммуналь һәләкәттәр булды.
Бында йәшәүсе Ирина Брякина бына нимә тип һөйләй:
“Беҙҙең бер нәмәбеҙ ҙә юҡ. Һыу юҡ. Ҡар күп, шуны алып инеп иреткән булабыҙ. Беҙ туңабыҙ. Беҙҙең фатирҙарҙа бик һалҡын. Бәләкәй йылытҡыстар торған бүлмәләрҙә –минус 2, аш бүлмәһендә –минус 5.”
Тувала, Новосибирск, Силәбе өлкәләрендә ҙур коммуналь һәләкәттәр булды. Дөйөм алғанда, 25 мең самаһы кеше йылынан мәхрүм. Күптәре эвакуацияланған һәм мәктәптәргә, хәстәханаларға урынлаштырылған.
“Икенсе көн инде ошо мәктәптә ҡунабыҙ,-ти Ариа Дагбалдай.-Шарттар яҡшы, бында йылы, ашаталар.”
Ә Мәскәү регионында 10 көн элек урынлашып алған һалҡындар бөгөн һынды, шөйлә йылытты.

Комментариев нет:

Отправить комментарий