вторник, 18 декабря 2012 г.

Ньютаун ҡорбандары Американы ҡайғыға һалды.



Америкала Ньютаун ҡалаһының “Сэнди Хук” башланғыс мәктәбендә һәләк булғандарға бағышланған матәм көндәре дауам итә. Фажиғә йома көн була. Кеше үлтереүсе 26 кешенең ғүмерен киҫә, шуларҙың 20-һе - 6-7 йәшлек балалар.
Йәкшәмбе кис һәләк булғандарға арналған хәтер кисәһе уҙҙы. Матәм сараларында халыҡ менән бергә президент Обама ла ҡатнашты. Ул Коннектикут штатына кис килде, һәләк булғандарҙың туғандары менән һөйләште, һуңынан иҫкә алыу йолаһын атҡарырға йыйылған халыҡ алдында сығыш яһаны:
“Иисус(Ғайса пәйғәмбәр) шулай тигән:”Балалар Миңә килһендәр, уларҙың юлын бүлмәгеҙ, сөнки Күк  Батшалығы уларҙыҡы.”
Президент Обама йома көн һәләк булғандарҙың барыһының да исемдәрен атап сыҡты.
“Сэнди Хук” мәктәбендә ололарҙан 6 кеше һәләк булған.
47 йәшлек Дон Хоспрон һәм 56 йәшлек Мэри Шерлак енәйәтсегә ҡаршы сыға һәм уның юлын бүлә. Был ике ҡатын- кеше үлтереүсенең тәүге ҡорбандары.
Виктория, 27 йәшлек уҡытыусы, балаларҙы класс шкафтарына йәшерә. Енәйәтсе килеп ингәс, барыһының да спортзалға китеүе хаҡында әйтә. Ул да ҡорбан була, әммә балалар ҡотолоп ҡала.
29 йәшлек Лорен Руссо һәм Рэйчел Дэвино, 52 йәшлек Энн-Мари Мерфи- улар барыһы ла енәйәтсе ҡулынан һәләк була.
Һәләк булған 6 йәшлек Эмили Паркерҙың атаһы Роберт Паркер ҡыҙы хаҡында бына нимә ти:
“Тирә- йүнгә яҡтылыҡ һибеп тороусы бәләкәй генә бер кеше ине ул. Кешеләр хаҡында гел яҡшы нәмәләр хаҡында ғына һөйләй торғайны. Ул һоҡланғыс кеше ине, уның атаһы булыуым менән бәхетлемен.”
Кейтлин Ройг класындағы Сэм үлемдән ҡотолоп ҡалған- уҡытыусы балаларҙы туалетҡа йәшергән. Сэм бына нимә тип һөйләй:
“Ниндәйҙер шау- шыу башланды, уҡытыусы йүгереп барып ишекте япты һәм беҙ туалетҡа йәшендек.”
Мин балаларға:Балалар, мин һеҙҙе бик яратам. Бөтәһе лә яҡшы буласаҡ!- тинем. Был донъяла ишеткән һуңғы һүҙҙәре булып ҡуймаһын, тип ҡурҡтым,”-тип һөйләй Кейтлин Ройг.
Кешеләр “Сэнди Хук” мәктәбе алдына сәскәләр һала, һәләк булған балаларға бағышланған яҙмаларын ҡалдыра.
Джон Дэвис, Еuronews, Лион: 
“Ньютаундан Вашингтонға әле генә ҡайтҡан хәбәрсебеҙ Штефан Гробе беҙҙең менән бәйләнештә. Штефан, Ньютаун- бәләкәй ҡала. Һеҙ унда булдығыҙ, ниндәй тойғолар менән ҡайттығыҙ?”
Штефан Гробе, Вашингтондағы Еuronews хәбәрсеһе: 
“Иҫ киткес ауыр тойғолар менән. Һәләк булғандарҙың ғаиләләре менән һөйләштем,ошо ҡалала йәшәгән һәм яңы ошо ысынбарлыҡты нисек тә ҡабул итергә мәжбүр булған кешеләр менән аралаштым. Еңел түгел был.”
Джон Дэвис: 
Президент Обама был ауыр хәлдә үҙен нисек тотто?
Штефан Гробе: 
“Уҙған төндә ул һоҡланғыс телмәр тотто, тип уйлайым. Был Обаманың үҙенә күрә Геттисберг мөрәжәғәтнамәһе. Линкольндың граждандар һуғышы ваҡытындағы данлыҡлы сығышын иҫләйһегеҙҙер, моғайын. Фажиғә булып бер нисә сәғәт үткәс тә, Обама актуаль мәсьәләләрҙе күтәрҙе. Американлылар был фажиғәне нисегерәк үткәреп ебәрер тигән һорау тыуа хәҙер.
Американлылар һуңғы 20 йыл эсендә ҡоралға ҡағылышлы закондарҙы ҡатыландырыуҙан баш тартты. 1990 йылда АҠШ граждандарының унауҙан һигеҙе закондарҙы ҡатыландырыу яҡлы ине, 2010 йылда иһә ун граждандың дүртәүһе генә ошондай позицияны хуп күрҙе.
Джон Дэвис: 

“Атлантиканың икенсе яғында йәшәгән европалылар өсөн ябай американлыларҙың ҡорал менән мөнәсәбәттәрен аңлау ҡыйыныраҡ. Шундай уй тыуа: “Бындай йыртҡыслыҡтар булып торғас, американлылар ниңә ҡоралға йәбешеп ята икән?”

Штефан Гробе: 

Уның тамырҙары Америка тарихына барып тоташа һәм 1791 йылда ҡабул ителгән Конституцияның икенсе төҙәтмәһенә бәйләнә. АҠШ-тың Юғары суды, кешеләрҙең атыу ҡоралына эйә булыу һәм законға ярашлы үҙ милкен һаҡлау хоҡуғын яҡлап, уны һәр саҡ раҫлап килде.

Йәнә бер ҡыҙыҡлы һанға туҡталмаҡсымын: 2012 йылда ҡорал һатып алыуға 16 миллион американлы заявка биргән- был рекорд. Ошондайыраҡ ваҡиғаларҙан һуң, американлылар һәр ваҡыт ҡорал магизиндарына ташлана, үҙҙәрен имен тоймаған өсөн, улар ҡоралға эйә булырға теләй. Минең уйымса, Обама президентлыҡ иткән киләһе йылдарҙа АҠШ- та был мәсьәлә буйынса дискуссиялар, бәхәстәр күп булыр, моғайын. Обама хәл итергә теләгән төп мәсьәлә булыуы ла бик ихтимал."

Комментариев нет:

Отправить комментарий