четверг, 27 декабря 2012 г.

Етемдәрҙе Америкаға ебәрмәйәсәктәр.



Рәсәй етемдәрен Америка ғаиләләренә тапшырыуҙы тыйған закон Дима Яковлев исемен йөрөтә. Ул АҠШ-та йәш ярымлыҡ ҡына саҡта, аҫрауға алған атаһы йәйге селләлә 9 сәғәткә машинала онотоп ҡалдырғас һәләк була.
Был закон өсөн тауыш биргән Дәүләт думаһында ла, Федерация Советында ла уның АҠШ-та ҡабул ителгән “Магнитский акты”на яуап булыуын йәшермәйҙәр. Парламенттың Юғары палатаһы ағзаһы Руслан Ғаттаров һүҙҙәре буйынса, “Дима Яковлев законы” эмоциональ булһа ла, үҙенең һүҙҙәре буйынса, бик күп халыҡ- ара нормаларҙы боҙған “Магнитский законы”на адекват яуап.
Парламент бинаһы тышында был законға мөнәсәбәттә ундай берҙәмлек юҡ. Рәсәй хөкүмәтенең ҡайһы бер ағзалары ла, президент эргәһендәге кеше хоҡуҡтары советы ла, хөкүмәттеке булмаған ойошмалар һәм ябай граждандар ҙа уны тәнҡитләп сығыш яһаны.
“Мин быға ҡаршы. Балаларҙы бында ҡыҫтырырға ярамай, тип уйлайым. Беҙҙең чиновниктарҙың Америкаға инә алмауында балаларҙың ни ҡыҫылышы бар? Был уларҙың проблемаһы, балаларҙыҡы түгел,-”ти Мәскәү кешеһе.
Шул уҡ ваҡытта күп рәсәйлеләр был законды ыңғай баһаланы. 20 декабрҙә үткән матбуғат конференцияһында был турала президент Владимир Путин да белдергәйне, закон үҙ көсөнә инһен өсөн, ул ике аҙна эсендә уға ҡул ҡуйырға тейеш:
“Күпселек рәсәйлеләр балаларыбыҙҙы сит ил кешеләре аҫрауға алыуына ҡаршы. Беҙгә үҙебеҙҙә ҡараусыһыҙ ҡалған балаларҙы ғаиләләргә тапшырыуҙы стимуллаштырыу сараһын күрергә кәрәк.”
Рәсәй етемдәрен сит ил граждандарына аҫрауға биреүҙе ойоштороу агенствоһы башлығы фекеренсә, был закон раҫланһа, күп балалар ғаиләһеҙ ҡаласаҡ:
“Күпселек етем балаларҙың Америкаға китеүе берәүгә лә сер түгел. Ҡалған балаларҙы кем алыр һуң? Минең уйымса, система көрсөгө килеп етте. Ярты йылға ғына мораторий һалынғанда ла, ундай саҡтар булды, бөтә хәстәханалар, балалар йорттары туп- тулы була торғайны, балаларҙы ҡайҙа урынлаштырырға белмәйҙәр ине. ”
Рәсәй Федерацияһы эргәһендәге бала хоҡуҡтарын яҡлаусы вәкилдең мәғлүмәттәре буйынса, ҡараусыһыҙ ҡалған балаларҙың иҫәбе 660 меңдән артып киткән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий