понедельник, 7 января 2013 г.

Обеликс Рәсәй паспортына эйә булды.



Шәхси визит менән Сочиға килгән Жерар Депардье Рәсәй президенты Владимир Путин менән осрашты. Актерға Рәсәй паспорты тапшырылды.
Хөкүмәт башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Путин Депардье менән актерҙың ижади пландары, айырым алғанда, актер төп ролде башҡарған Григорий Распутин тураһындағы фильмдың прокатҡа сығыуы хаҡында әңгәмәләште.
Рәсәйҙең киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, православие Раштыуаһын байрам итер өсөн, Депардье артабан Мордовияға йыйына.
Ғинуар башында Путин Жерар Депардьеға Рәсәй Федерацияһы гражданлығын биреү хағындағы указға ҡул ҡуйҙы. Элегерәк актер Бельгияла төпләнергә ниәтләүе хаҡында белдергәйне, комментаторҙар быны Франция хөкүмәте 1 миллион евронан артҡан килемгә 75 % күләмендә һалым һалыу менән аңлата. Декабрь аҙағында илдең Конституцион советы был закон проектына кәртә ҡуйҙы.
Францияның премьер-министры Жан-Марк Эро уның был ҡарарын “ҡыҙғаныс, кәмһетеп ҡарауға лайыҡ ҡылыҡ”тип атаны, яуап итеп Депардье француз гражданлығынан баш тартыуы тураһында белдерҙе.

РФ-һы гражданлығын биреү тураһында иғлан ителгәс, Депардье “Рәсәйҙе, уның халҡын, тарихын, яҙыусыларын, шулай уҡ президент Владимир Путинды яратыуын һәм уның да йылы мөнәсәбәте” тураһында белдерҙе.

Башҡа йондоҙҙар һымаҡ уҡ Депардье 2010 йылда Санкт-Петербургтағы хәйриә концертында Blueberry Hill-ды башҡарған Владимир Путинға ҡул сапты.

Француз матбуғаты билдәләүенсә, Депардье Рәсәйҙә бик популяр. Һуңғы осор ул реклама роликтарында төштө, шул иҫәптән бер банк һәм кетчупты рекламаны. Киң мәғлүмәт сараларында актерҙың ( “Франс-пресс”фекере буйынса) “ҡаршылыҡлы”проекттарҙа, мәҫәлән, Рамзан Ҡадыровтың саҡырыуы буйынса Грозныйҙағы Ҡала көнөн байрам итеүҙә, Үзбәк президенты Ислам Кәримовтың өлкән ҡыҙы Гөлнара Кәримова менән йыр яҙҙырыуҙа ҡатнашыуы хаҡында һөйләй.

Комментариев нет:

Отправить комментарий