вторник, 15 января 2013 г.

Мысырҙа тимер юл һәләкәте Ҡорбандар бар.



Мысырҙағы тимер юл һәләкәте һөҙөмтәһендә кәм тигәндә 19 кеше ҡорбан булды. Йәштәрҙе хәрби хеҙмәткә алып китеп барған поезд баш ҡалаға етәрәк рельстан сыҡҡан. Тиҫтәләрсә кеше тән йәрәхәттәре алған, һәләкәт урынында ҡотҡарыусылар эшләй. Зыян күреүселәрҙең байтағы бик ауыр хәлдә, шуға, медиктарҙың әйтеүенсә, ҡорбандарҙың артыуы бик ихтимал.
Вагодарҙа көньяҡтан Ҡаһирәләге хәрби лагерға оҙатылған 1300 буласаҡ һалдат булған.
Мысырҙа транспорт һәләкәттәре яңылыҡ түгел. Авторассаларҙа һәм тимер юлдарында хәүефһеҙлекте арттырырға кәрәклеге хаҡында матбуғатта йыш әйтелә. Бынан алдағы ҙур һәләкәт ноябрҙә булғайны, ул саҡта, поезд менән мәктәп автобусы бәрелешеп, 50 мысырлы, күбеһенсә балалар һәләк булғайны. 

Комментариев нет:

Отправить комментарий