пятница, 4 января 2013 г.

Һиндостан- ҡатын-ҡыҙҙар өсөн иң ҡурҡыныс ил.



 Аисаға 23 йәш була, ул врач булырға уҡый. Дуҫы менән киноға барырға ғына баҙнат иткән өсөн, 6 ир уны йыртҡыстарса туҡмай һәм мыҫҡыл итә. Ҡыҙ һәләк була. Уның фажиғәле яҙмышы ҡатын-ҡыҙҙарҙы һис бер язаһыҙ көсләүгә ҡаршы  акцияларҙың ҡабынып китеүенә сәбәпсе булды.
 “Өйҙәренән сыҡҡан ҡыҙҙар үҙҙәрен хәүефһеҙ итеп тоймай. Уларға һөжүм итеүселәрҙе ҡаты язаға тарттырып ҡына быны туҡтатырға мөмкин,-”ти йәш ҡатын.
Һиндостанда көн һайын ҡатын-ҡыҙҙарҙы көсләйҙәр һәм был ғәҙәттә язаһыҙ ҡала. Һиндостанда 40  йыл эсендә ундай көс ҡулланыуҙар 900 процентҡа артҡан. 2012 йылда ғына ла Нью-Делиҙа ошондай 635 осраҡ теркәлгән һәм тик бер енәйәтсе генә яуапҡа тарттырылған.
Һөжүм ҡорбандары хеҙмәткәрҙәренең 4 проценты ғына ҡатын- ҡыҙҙарҙан торған полицияға һирәк мөрәжәғәт итә. Оялыу һәм ҡурҡыу арҡаһында, ҡыҙҙар булған хәлде һөйләргә ҡыймай.
Күптән түгел үткәрелгән тикшеренеүҙәр Һиндостандың ҡатын- ҡыҙҙар өсөн йәшәү шарттары иң насар ил булыуын асыҡланы. Ә бит ил ҡатын-ҡыҙҙары сәйәсәттә мөһим роль уйнай, заманса кейенә. Әммә илдең патриархаль тамырҙары көслө һәм ҡатын- ҡыҙҙар енси теләктәрҙе ҡәнәтғәтләндерергә бурыслы түбән кимәлдәге йән эйәләре итеп ҡарала.
Мәҫәлән, һәр дүртенсе Һиндостан ир аты ҡатын- ҡыҙҙарға ҡарата көс ҡулланған, һәр бишенсеһе енси бәйләнешкә инергә мәжбүр иткән.
Ир-аттың өҫтөнлөгө бала тыуғанда уҡ һиҙелә. Һиндостанда 1000 ир-атҡа 914 ҡатын-ҡыҙ тура килә. Ҡыҙ балалар тәрбиә етешмәүҙән, һайлап бала төшөрөүҙән һәләк була.

“Илдә ҡатын-ҡыҙҙар етмәү сәбәпле енси өлкәлә күп енәйәттәр эшләнә. Йәш егеттәр өйләнә алмай, был хәл илдең төньяғында айырыуса ҡырҡыу тора. Былар барыһы ла бала төшөрөүҙәр һәм яңы тыуған ҡыҙҙарҙы үлтереү арҡаһында килеп сыға,-”ти Һиндостан хоҡуҡ һаҡлаусыһы.

Ҡыҙҙарҙан ҡотолоу өсөн, уларҙы бик иртә кейәүгә биреү киң таралған- 70 проценты 18 йәшкә тиклем тормошлана. Балалалар менән никахтарҙың 40 проценты Һиндостанға тура килә. 1860 йылда уҡ иртә никахтар тыйылһа ла, был ғәҙәт сәскә ата. Ауыл ерендә ул шул ҡәҙәр ныҡ тамыр йәйгән, уны асыҡтан- асыҡ ғәйепләргә берәү ҙә ҡыймай.

 Ҡаршылыҡ акциялары көсәйеүгә ҡарамаҫтан, йолалар үҙгәреүгә, ҡатын ҡыҙҙарҙың хәле яҡшырыуға өмөт әҙ, бының өсөн оҙаҡ йылдар кәрәк буласаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий