Бөйөк Британия менән
бәхәсле утрауҙар хаҡында һөйләшеүҙәр башларға йыйынмай- Британия премьеры Дэвид
Кэмерон кесаҙна көн ошо турала белдерҙе.
Һөйләшеүҙәр башларға
асыҡ хатында Аргентина президенты Кристина Фернандес де Киршнер тәҡдим иткәйне.
180 йыл элек архипелагты айырып алыуҙы ул “колониализмдың иҫ китерлек күренеше”тип
атаны. Мөрәжәғәт“Гардиан” гәзитендә баҫылып сыҡты.
Һүҙ Бөйөк Британия
контроле аҫтындағы Атлантик океандың
көньяҡ- көнбайышында урынлашҡан Көньяҡ Америкалағы Фолкленд йәки Мальвин
утрауҙары хаҡында бара.
”Фолкленд утрауҙарының
киләсәген уның халҡы хәл итергә тейеш. Бындағы граждандар Ҡушма Короллектә
йәшәргә теләүҙәрен белдерә килде. Быйыл утрауҙарҙа уның статусын билдәләү
маҡсатында референдум үтәсәк. Аргентина президенты халыҡ фекеренә ҡолаҡ һалыр
һәм архипелаг кешеләренең киләсәктәрен
үҙҙәренсә хәл итеү хоҡуғын таныр, тип өмөтләнәм,- ”тине Дэвид Кэмерон.
Аргентина Фолкленд
утрауҙарын үҙенеке тип иҫәпләй һәм уларҙы Мальвин утрауҙары тип атай. Кесаҙнала
Аргентинаның Фолкленд һуғышы ветерандары Буэнос-Айрестағы Британия илселеге
алдында демонстрация уҙғарҙы.
“Бөйөк Британия
диалогта ҡатнашырға тейеш. Беҙ президенттың хаты менән тулыһынса килешәбеҙ,-”тип
белдерҙе Ветерандар үҙәге вәкиле Эрнесто Алонзо.
Уҙған быуаттың 1982
йылында, Аргентина ғәскәрҙәре утрауҙарҙы баҫып алғас, Аргентина һәм Бөйөк Британия араһында ҡыҫҡа, әммә ҡан ҡойошло ҡораллы
бәрелеш булғайны.
Комментариев нет:
Отправить комментарий