Австралияла аҫаба халыҡ изге тип иҫәпләнгән ике
эвкалипт ағасы яндырылған. Алис- Спрингс ҡалаһынан алыҫ түгел йәйрәп ултырған
был эвкалипттарҙың даны рәссам Альберт Наматжира ярҙамында бөтә донъяға
таралғайны. Полиция фекере буйынса, эвкалипттарҙы махсус рәүештә яндырғандар. Был
хәл властар эвкалипттарҙы Австралияның милли мәҙәниәт мираҫы исемлегенә индерергә
ниәтләгәс булған.
“Янған ағастарҙы күреү халҡыбыҙ һәм еребеҙ өсөн бик
күңелһеҙ, әлбиттә. Улар беҙҙе бөйөк Альберт Наматжира менән бәйләп тора ине,-”ти
Төньяҡ территорияның аҫаба халыҡ мәсьәләләре буйынса министры.
Австралияның урындағы халҡы тере йән эйәләре тип
иҫәпләгән өрәк-эвкалипттарҙы Наматжира үҙ акварелдәрендә йыш һүрәтләгән.
Властар ағастарҙы һәләк итеүҙе мәҙәни вандализм күренеше тип атаны.
Комментариев нет:
Отправить комментарий