вторник, 8 января 2013 г.

Төркиә: Анкара Оджалан менән һөйләшеүҙәр башланы.



Төркиә властары Курд эшселәр фирҡәһенең төрмәлә ултырған бишлығы Абдулла Оджалан менән һөйләшеүҙәр алып бара. Анкара, курд хәрби отрядтарын ҡоралһыҙландырыу өсөн, уның йоғонтоһон файҙаланырға иҫәп тота. Төркиә премьер- министры советниктарының фекере буйынса, курд сепаратизмы проблемаһын хәрби методтар менән генә хәл итеп булмаясаҡ.
Курд активисы һәм политолог Умит Фират әлеге һөйләшеүҙәрҙең бынан алдағыларынан ҡырҡа айырылыуын күрә:
 “Әлеге һөйләшеүҙәр ил разведкаһы башлығы кимәлендә үтә. Был пост әһәмиәте буйынса вице-премьер посына тиң, тиергә мөмөкин. Формаль рәүештә төп разведчик кабинет ағзаһы булмаһа ла, ул премьерға иң яҡын торған кешеләрҙең береһе, ә был иһә һөйләшеүҙәрҙең етдилеген күрһәтеп тора. Элек үткәрелгән, хөкүмәткә бер ҡыҫылышы ла булмаған кешеләр менән һөйләшеү түгел инде. Хәҙер бөтәһе лә премьер-министр ризалығы менән эшләнә. Бындай мөнәсәбәт икенсе яҡ өсөн ышыныслы күренә, әлбиттә.”

Комментариев нет:

Отправить комментарий