6 февралдә Помпей ҡалаһында реставрация эштәре башланды, бының өсөн
105 миллион евро бүленгән.
Проект өс йылда тамамланырға тейеш
булған. Помпейҙы ҡотҡарыу операцияһы башланырға бер көн ҡалғас, шау- шыу ҡупты.
Полицияға боронғо ҡаланы элек реставрациялаусыларҙың “батырлыҡтары” билдәле булды. Улар 2008 йылда,
ашығыс тергеҙеү эштәре башҡарыу өсөн, Италия властары тарафынан тәғәйенләнгән махсус
комиссар Марчелло Фиори етәселеге аҫтында “хеҙмәт иткән.” Фиори хеҙмәт
вәкәләттәре менән артыҡ файҙаланыуҙа һәм дәүләт аҡсаларын туҙҙырыуҙа шик аҫтына
алынған.
Евроберләшмәнең
региональ сәйәсәт мәсьәләләре буйынса комиссары Йоханнес Хан һөйләй:
“Улар бында бер нисә
инфраструктура бинаһын урынлаштырған, араһында конструкцияларҙы йыйыу өсөн ауыр
элементтар, шулай уҡ бөтә археология зонаһы өҫтөнән һуҙылған электр кабелдәре
менән технологик структуралар ҙа бар. Был ҡайһы бер емереклектәргә алып килгән.
Аҙаҡ тикшерә, һуңғы тиҫтә йыл эсендәге эштәрҙе атҡарыу өсөн ҡул ҡуйылған бөтә
контракттарҙы ҡарай башланыҡ.”
Йортонда һаҡ аҫтында
булған Фиори әфәндегә оҙаҡламай байтаҡ һорауҙарға яуап бирергә тура киләсәк.
Бына уларҙың береһе: ҡул ҡуйыу мәлендә 450 мең евро торған реставрация
контракттарының береһе нисек итеп 7 миллионға ҡәҙәр барып еткән?
Комментариев нет:
Отправить комментарий