четверг, 21 марта 2013 г.

Көньяҡ Корея киберһөжүмгә дусар булды.



Шаршамбы Көньяҡ Кореяла киберһөжүм арҡаһында илдең төп телеканалдары һәм банкылары серверҙарының эшен фалиж һуҡҡандай булды. Төп өс телеканал- Кэй-би-эс дәүләт телерадиокорпорацияһы, Эм-би-си телекомпанияһы һәм тәүлек әйләнәһенә эшләгән Рёнхап агенствоһының яңылыҡтар телеканалының компьютер селтәрендә  урындағы ваҡыт менән 14 сәғәт тирәһендә эш туҡталды. Экранда хата хаҡындағы иғлан пәйҙә булды.

Көньяҡ Кореяның ҙур банкылары серверҙары ла киберһөжүмгә дусар. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, компьютер селтәренең эше боҙолоуға вирус сәбәпсе. Серверҙар эшенең бер юлы туҡталыуының сәбәптәрен асыҡларға маташалар.

Корея Республикаһы президенты секретариатының рәсми вәкиле:

 “Әлеге ваҡытта беҙ киберһөжүмдәр менән көрәш штабы төҙөнөк. Уға хөкүмәт вәкилдәре лә, хәрбиҙәр ҙә, граждандар ҙа инә. Улар был проблеманы хәл итеү өҫтөндә эшләй.”

Хәбәр ителеүенсә, Сеул, был эшкә Төньяҡ Кореяның ҡыҫылышы юҡмы икән тип, тикшереү башланы. Ошо фонда Көньяҡ Корея вәкилдәре һәм АҠШ шаршамбы көн Пхеньяндың ядро һынауҙары менән бәйле КХДР-ға ҡарата санкцияларҙы ҡатыландырыу мөмкинлеге хаҡында һөйләште.

 Үҙ сиратында Төньяҡ Корея етәкселеге һуғышсан риториканы көсәйтте һәм Корея ярымутрауы һуғыш хәлендә, тип белдерҙе. Региондағы хәлдәр уғата көсөргәнешле, шуға күрә, Көньяҡ Корея кешеләренең, тыныслыҡ өсөн хәүефләнеп, демонстрацияларға сығыуы аптыратмай.

Комментариев нет:

Отправить комментарий