понедельник, 4 марта 2013 г.

Шимон Перес: Эрдогандың белдереүе наҙанлыҡҡа нигеҙләнә.



Израиль президенты Шимон Перес бер нисә көн элек сионизм һәм фашизмды сағыштырған Төркиә премьер-министры Рәжәп Эрдогандың белдереүен ғәйепләне. Фекере менән ул Евроньюс телеканалы хәбәрсеһе менән бүлеште.
-Тәү сиратта мин шуны белергә теләр инем: премьер-министр Эрдогандың сионизмды кешелеккә ҡаршы енәйәттәргә тиңләүенә һеҙ нисек ҡарайһығыҙ? Һеҙ нимә тип яуап бирер инегеҙ?
-Был бик ҡыҙғаныс, тип әйтергә генә ҡала. Был фекер наҙанлыҡҡа нигеҙләнә. Ул дошманлыҡ ялҡынын тарата. Был хәбәр бөтөнләй кәрәкмәй һәм нигеҙле түгел ине.
Төрөк премьерының ғауға тыуҙырған белдереүе шаршамбы көн Венала БМО конференцияһында, АҠШ дәүләт сәркәтибе Джон Керриҙың Төркиәгә визиты алдынан яңғыраны. Керри ул саҡта Эрдогандың комментарийҙарын хурлыҡлы һәм Яҡын Көнсығыштағы тыныслыҡ процесын ҡатмарландырыусы фекерҙәр, тип атаны. Израиль һәм Төркиә- АҠШ-тың мөһим союздаштары булыуын һәм улар араһындағы мөнәсәбәттәрҙең яйланыуын теләүен дә белдерҙе.

Комментариев нет:

Отправка комментария