Афина һәм Анкара ҡапма- ҡаршылыҡтарҙы еңеү өҫтөндә
эшләргә вәғәҙә итә- Стамбулдағы һөйләшеүҙәрҙән һуң, Греция премьеры Антонис Самарас
һәм Төркиә премьеры Рәжәп Тайып Эрдоган шул хаҡта белдерҙе. Сәйәсмәндәрҙең
осрашыуы һаулыҡ һаҡлау, туризм һәм спорт өлкәһендә 25 килешеүгә ҡул ҡуйыу менән
тамамланды. Самарас Греция һәм Төркиә үҙ-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендә яңы этапты-
тыныслыҡ һәм прогесс этабын асырға тейешлеге тураһында белдерҙе.
“Фекер айырымлыҡтары булған етди мәсьәләләр бар,-тине
Греция хөкүмәте башлығы,-әммә бөгөнгө һымаҡ ҡарарҙар менән беҙ үҙ-ара хөрмәт
атмосфераһын тыуҙырырға, мөнәсәбәттәрҙең яңы моделен ҡабул итергә тырышабыҙ.”
Үҙ сиратында төрөк премьеры ике илдең терроризмға
ҡаршы көрәшеүенең мөһимлеге тураһында әйтеп үтте:
”Был дөйөм проблема, шуға күрә беҙҙең министрҙар
йышырыҡ аралашыу хаҡында килеште. Был планда эске эштәр һәм сит ил министрлыҡтары, полиция, именлек
органдары араһында бәйләнештәр артабан да дауам итәсәк. Уның маҡсаты- террористик
эшмәкәрлекте булдырмау сараларын күреү.”
Афина һәм Анкара араһындағы төп фекер айырымлыҡтары
бүленгән Кипр, Эгей диңгеҙендәге шельфты
бүлеү һәм легаль булмаған иммиграция мәсьәләләренә ҡағыла. Әйтергә кәрәк,
Греция Төркиә иҡтисадына инвестиция күләме буйынса сит ил партнерҙары араһында
бишенсе урын биләй. Ике яҡ та ирешелгән уңыштар менән ҡәнәғәтләнергә йыйынмай.
Комментариев нет:
Отправить комментарий