понедельник, 4 марта 2013 г.

ҠХР-ҙың юғары консультатив органы сессияһы башланды.



Бөгөн 2 000-дән ашыу делегат Пекинға Ҡытайҙың Халыҡ сәйәси консультатив советы сессияһына килде. Киләһе 9 көн эсендә унда ҡатнашыусы мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, спортсылар, эшлекле даирә вәкилдәре мөһим дәүләт, сәйәси һәм иҡтисади мәсьәләләр буйынса сығыш яһаясаҡ.
Тәҡдимдәребеҙҙе асыҡтан-асыҡ әйтәбеҙ: тирә-яҡ мөхиттең бысраныуы- етеҙ барған иҡтисади үҫеш һөҙөмтәһе. Был проблеманан ситтә ҡала алмайбыҙ, сөнки ул һәммәбеҙгә ҡағыла.
Советтың реаль власть вәкәләттәре булмаһа ла, ул ҠХР-ҙың сәйәси һәм социаль-иҡтисади курсын формалаштырыуҙа ҡатнашыусы абруйлы көс. Шишәмбе Пекинда Халыҡ вәкилдәренең бөтә Ҡытай йыйылышы- дәүләт власының юғары органы эш башлай.

Комментариев нет:

Отправить комментарий