вторник, 30 апреля 2013 г.

“Ҡара трансплантологтар”ҙы хөкөм иттеләр.



Приштина суды кеше ағзалары менән сауҙа итеүселәргә хөкөм сығарҙы. “Медикус” клиникаһы хужаһы, уның улы, баш анестезиолог һәм ике хеҙмәткәр төрмә сроктары алды. Йәнә ике хөкөм ителеүсе аҡланды һәм суд залында уҡ азат ителде. Ғәйепләү мәғлүмәттәре буйынса, клиникала ағзаларҙы алыу буйынса 30 законһыҙ операция эшләнгән. Тикшереү эше менән Евроберләшмә вәкилдәре шөғөлләнгән.
Евроберләшмәнең Косоволағы махсус прокуроры Джоатан Рейтеп һөйләй:
“Әлегеләй зыян күреүселәргә компенсация түләү, судтан ҡасып ҡалғандарҙы ҡулға алыу өсөн, халыҡ-ара ордер биреү кеүек кәртәләр ҡала килһә лә, бөгөнгө хөкөм ҡарары ҡорбандарға ҡарата ғәҙеллек булдырыу һәм зыян күреүселәрҙең именлеген тәьмин итеү булыр, тип өмөт итәйек. ”
Ғауға 2008 йылда, Приштина аэропортында Төркиә гражданины бөйөрө ауыртып оса алмай ҡалғандан һуң башланып китә.
Ғәҙәттә, аҡсаға бик мохтаждар донор була. Күптәр, бөйөрҙәрен ҡырҡып алған өсөн, вәғәҙә ителгән 15 мең евроны ала ла алмай. Енәйәтселәрҙең ҡорбандары- Төркиә, Рәсәй һәм СНГ илдәре граждандары.

Комментариев нет:

Отправить комментарий