117-се Бостон марафоны икеләтә теракт менән тамамланды. Бойлстон-стриттың төньяҡ өлөшөндә финиш һыҙығы менән
йәнәш ҡеүәтле шартлау яңғыраны, бер нисә секунд үтеүгә йәнә бер шартлау булды.
Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, 3 кеше һәләк
булған, 100-ҙән ашыуы төрлө тән йәрәхәттәре алған, 12 кеше бик ауыр хәлдә.
ФБР Бостондағы шартлауҙы теракт тип
баһалай.
“Ҡот осҡос шартлау яңғыраны,-тип һөйләй был хәлдең
шаһиты,-һөҙөмтәлә өҙгөләнгән яралар, йолҡонған аяҡ-ҡулдар, күп һанлы
ярсыҡтарҙан йәрәхәт алыуҙар. Шартлауҙар көслө булды. Ул бик күп зыян килтерҙе,
бар тирә-йүн ҡанға мансылды.”
Яралыларҙы фажиғә урынынан тиҙ
эвакуацияланылар. Оҙаҡламай полиция шул уҡ кварталда тағы 2 шартлатҡыс ҡоролма
тапты һәм уларҙы зарарһыҙландырҙы.
Әлегә бер генә террористик төркөм дә
Бостондағы икеләтә теракт өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алманы.
Комментариев нет:
Отправить комментарий