понедельник, 15 апреля 2013 г.

Николас Мадуро- еңеүсе.



 Каракас төнө буйы йоҡламаны: президент һайлауҙарында еңеүсе булған Николас Мадуро яҡлылар шатланышты, байрам итте. Уларҙың командантеһы Чавес Мадуро йөҙөндә киләһе 6 йылға улар менән ҡаласаҡ. Һайлау комитеты мәғлүмәттәре буйынса, идара итеүсе Берҙәм социалистик фирҡә кандидаты тауыштарҙың 50,66 процентын йыйған. Оппозиция иһә һайлауҙарҙы легитим түгел, тип иҫәпләй.

Беҙ һайлау һөҙөмтәләрен хөрмәт итергә саҡырабыҙ,-тип белдерҙе Николас Мадуро.-Әгәр улар тауыштарҙы ҡайтанан һанарға теләй икән, беҙ быны яҡлаясаҡбыҙ. Улар быны теләһә ниндәй ваҡытта эшләй ала. Беҙ Венесуэланың һайлау системаһына ышанабыҙ, уның һөҙөмтәләрен тикшерергә ниәтләүҙе хуплайбыҙ.”

Һайлау һөҙөмтәләрен көткән арала ике яҡ та бер-береһенә үпкәһен белдерҙе. Мәҫәлән, оппозиция күҙәтеүселәре властарҙы бер нисә һайлау участкаһы эшен оҙайтыуҙа ғәйепләне. Энрике Каприлес һүҙҙәре буйынса, 3 меңдән ашыу тәртип боҙоу күҙәтелгән. Селтәргә ҡуйылған һәүәҫкәр видео, оппозицияның фекере буйынса, һайлаусыларға баҫым яһауҙы күрһәтә. Үҙ сиратында Мадуро  Каприлес яҡлылар махсус рәүештә тотороҡлолоҡто юҡ итергә тырыша, тип уйлай һәм граждандарҙы провокацияға бирешмәҫкә саҡыра.

/Легитим ( лат. legitimus — законға ярашлы, законлы, хоҡуҡи) —халыҡ легитим власть менән килешеп йәшәй, уның ҡарарҙар ҡабул итеү хоҡуғын таный, легитимлыҡ түбән булған һайын, власть көс ҡулланырға мәжбүр/. 

Комментариев нет:

Отправить комментарий