понедельник, 22 апреля 2013 г.

Джохар Царнаев иҫенә килде, унан һорау алалар.



Бостондағы икеләтә теракт эшләүҙә шик аҫтына алынған Джохар Царнаев иҫенә килде һәм тәфтишселәрҙең һорауҙарына яуап бирә. Быны ул яҙма рәүештә эшләй, сөнкт тамағы йәрәхәтләнеү сәбәпле һөйләшә алмай. Шик аҫтындағы берҙән-бер кешенең аңына килеүен полиция түҙемһеҙләнеп көтөп алды:
Уның хәле ауыр, әммә тотороҡло. ФБР тәфтишселәренең махсус төркөмө уның менән һөйләшеүҙе көтә. Һорау алыу һәм тикшереү башланмай тороп, артабан нимә булырын әйтеп булмай.”
Элегерәк хәбәр ителеүенсә, “йәмәғәт именлеген тәьмин итеү” маҡсатында, Царнаевтан хоҡуҡтарын уҡып тормай, адвокатһыҙ һорау аласаҡтар.
Бер туған Царнаевтар күҙәтеү камераһы яҙмаларына нигеҙләнеп шик аҫтына алынды. Полиция уларҙы ҡулға алыу операцияһын үткәрҙе. Һөҙөмтәлә, туғандарҙың олоһо һәләк булған, кесеһе, хәбәр итеүҙәренсә, үҙ-үҙенә ҡул һалған саҡта, ауыр яраланған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий