пятница, 12 апреля 2013 г.

Чили: студенттар белем алыуҙың бушлай булыуын талап итә.



 Кесаҙна көн Чили баш ҡалаһындағы студенттарҙың ҡаршылыҡ акцияһы полиция менән бәрелешкә тиклем барып етте. Юғары уҡыу йортоноң меңләгән студенты хөкүмәттән мәғариф өлкәһендә реформа үткәреүҙе талап итте. Пиночет заманынан бирле илдә бушлай урта һәм юғары белем биреү кимәле түбән. Ярлы ғаиләләрҙең балалары финанс бик әҙ бүленгән, хөкүмәт тарафынан раҫланған дөйөм программаһы ла булмаған дәүләт мәктәптәренә йөрөргә мәжбүр.
Мәғариф өлкәһендә реформа үткәреүҙе талап иткән, йыш ҡына полиция менән бәрелештәргә әйләнеп киткән митингылар, демонстрациялар Чилиҙа икенсе аҙна дауам итә.
Демонстрацияла ҡатнашыусы һөйләй:
 “Һәр кемдең белем алырға хоҡуғы булыуын теләйбеҙ. Берәүҙәр өсөн- өҫтөнлөктәр, икенселәр  өсөн файҙалы бизнес булырға тейеш түгел ул, һәр кем белем алыу хоҡуғына эйә булырға тейеш.”
Чили стуленттары конфедерацияһы ойошторған маршҡа мәғариф министрлығы, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, профсоюздар, ата-әсәләр берекмәләре, хатта ҡайһы бер бейеү коллективтары ла ҡушылды.


Комментариев нет:

Отправить комментарий