пятница, 5 апреля 2013 г.

Пхеньян янай.



Төньяҡ Кореяның сираттағы янауы- АҠШ-ҡа ҡаршы хәрби операцияларҙы хуплауы, хатта ядро һөжүме тураһындағы белдереүе, әлбиттә, донъяны хәүефләндерә.
БМО Генераль сәркәтибе Пан Ги Мун үҙенең “ҙур хәүефен белдерҙе,”Мәскәү Пхеньяндың риторикаһын алты яҡлы һөйләшеүҙәрҙең башланыуын хәүеф аҫтына ҡуйыусы ярмаған эш , тип атаны.
АҠШ-тың Милли именлек советында Ким Чен Ынға “провокацион янауҙар”ҙы туҡтатырға һәм “халыҡ-ара йөкләмәләргә ярашлы эш итергә” кәңәш бирҙеләр. Әммә CNN, исеме аталмаған Америка чиновнигының ҡулына кергән мәғлүмәттәргә һылтанып, Пхеньян баллистик ракетаны киләһе көндәрҙә йәки аҙналарҙа ебәреүе ихтимал, тип иҫәпләй. Тест булырмы ул, реаль ракета һөжүме булырмы- әлегә билдәһеҙ.
Көн элгәре Пхеньян “Мусудан” тибындағы уртаса алыҫлыҡтағы ракетаны илдең көнсығыш ярына күсерҙе.
Пхеньян Кэсондағы индустриаль комплексты ябыу менән дә янаны, сөнки официоз пропагандистик “Уриминдзоккири” сайты һүҙҙәре буйынса, ул КХДР-ға килем килтермәй. Сеулдың ике Корея араһындағы индустриаль комплекстың Төньяҡ Кореяны валюта менән тәьмин итеүсе төп сығанаҡ булыуы хаҡында раҫлауына ҡаршы белдереү булды был. Бынан алда Төньяҡ властары уртаҡ индустриаль парк территорияһына шунда эшләүсе Көньяҡ граждандарына инеүҙе тыйҙы.
“Кәйеф шәптән түгел бында,- ти уларҙың береһе.-Блокпост аша үткәндә, Төньяҡ Кореяның һуғыш каскаларындағы һалдаттарын күрҙем.-Төньяҡ Корея эшселәре нимә уйлай?-тип һорай журналист.-Улар ҙа борсоулы.”
Байтаҡ аналитиктар фекеренсә, Ким Чен Ындың һуғышсан риторикаһы халыҡта һәм армияла үҙ абруйын нығытырға маташыу менән аңлатыла, шуға күрә АҠШ-ҡа ядро һөжүме яһауға эш барып етмәйәсәк, теориянан сығып ҡарағанда иһә КХДР-ҙың ҡайһы бер ракеталары Аляскаға барып етергә һәләтле.


Комментариев нет:

Отправить комментарий