Мадридта тиҫтәләрсә мең
кеше короллектә республика дәүләт идара формаһын индереүҙе яҡлаған акцияла
ҡатнашты. Демонстрацияла ҡатнашыусылар 1978 йылда Испанияла парламент
монархияһын раҫлаған конституцияның ҡағиҙәләрен ҡайтанан ҡарауҙы талап итте.
Урындағы
күҙәтеүселәрҙең фекере буйынса, йәмәғәтселектә монархияға ҡаршы кәйеф барлыҡҡа
килеүгә король Хуан Карлостың һәм уның ғаиләһенең абруйы төшөүе сәбәпсе.
Комментариев нет:
Отправить комментарий