пятница, 19 апреля 2013 г.

Греция коммунистары “ҡанлы баҡса еләге”нә ҡаршы.



Афинала Греция коммунистары һәм профсоюз активистары мигранттарға ҡарата көс ҡулланыуҙарға ҡаршы акцияға сыҡты.
Шаршамбы баҡса еләге үҫтереү фермаһында Бангладештан килгән 30 кеше тән йәрәхәттәре алған. Уларға һуңғы ярты йыл эсендә эш хаҡы түләнмәгән, хеҙмәт хаҡын түләүҙе талап итеүҙәренә ҡаршы хужаның ярҙамсыһы мылтыҡтан ут асҡан.
“Быға сик ҡуйырға кәрәк, ундай хәлдәргә күҙ йомоп ҡарарға ярамай! “Хеҙмәтсәндәргә ҡаршы” сәйәсәт алып барыусыларға ҡаршы берләшеп, берҙәм фронт булып сығыш яһарға кәрәк,-”тип асыулана манифестацияла ҡатнашыусыларҙың береһе.
Бөтә Грецияла Неа-Манолада фермаһында үҫтерелгән баҡса еләгенә ҡаршы бойкот башланды. Был ваҡиғаға ҡатышлыҡтары булыуҙары шик аҫтына алынып, 2 кеше ҡулға алынған, йәнә икәүһе ҡасып киткән.
Эш эҙләп, арыуыраҡ тормошҡа өмөтләнеп, Грецияға Азия һәм Африканан меңдәрсә мигрант килә. Уларҙың күпселеге легаль юл менән килмәй һәм бәләкәй генә эш хаҡына ла ризалаша. Тәрән көрсөк һәм юғары эшһеҙлек фонында был көс ҡулланыуҙарға һәм милләтселектең үҫеүенә килтерә.


Комментариев нет:

Отправить комментарий