понедельник, 22 апреля 2013 г.

АҠШ Эрдоганды Газаға бармаҫҡа саҡыра.



Төркиә һәм Израиль араһындағы мөнәсәбәттәр Джон Керриҙың Стамбулдағы визиты көн тәртибендә тора. Йәкшәмбе көн сит ил эштәре министры Әхмәт Дауыт улы менән осрашыу ваҡытында АҠШ-тың дәүләт сәркәтибе Яҡын Көнсығыштағы ике ҡеүәтле дәүләттең килешеүе Вашингтон өсөн үтә лә мөһим булыу тураһында белдерҙе. Ул ныҡышмалы рәүештә төрөк премьеры Рәжәп Тайип Эрдогандың  ХАМАС контроле аҫтындағы Газаға май аҙағына тәғәйенләнгән визитын кисектерергә өндәне.
Израиль премьер-министры мөнәсәбәттәрҙе нормалләштереүгә йүнәлтелгән мөһим һығымта эшләне һәм ҡыйыу ҡарар ҡабул итте. Уйлауымса, премьер-министр Эрдоган һәм сит ил эштәре министры Әхмәт Дауыт  улы үҙ-ара аңлашыуға булышлыҡ итеүсе алынған бөтә йөкләмәләрҙе лә үтәр,-”тип белдерҙе Джон Керри.
Мартта Барак Обаманың булышлығы менән Израиль рәсми рәүештә 2010 йылда “Азатлыҡ флотилияһы”на һөжүм өсөн ғәфү үтенде. Ул саҡта, фәләстиндар яҡлы 9 төрөк гражданинын үлтереүҙәре сәбәпле, ике ил араһындағы дипломатик мөнәсәбәттәр өҙөлгәйне. Хәҙер ике яҡ та диалог алып барырға тырыша һәм АҠШ, Эрдогандың визиты арҡаһында, саҡ торған ваҡытлы килешеү емерелеп ҡуйыр, тип шикләнә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий