среда, 1 мая 2013 г.

Барак Обама йәнә Гуантанамоны ябырға ниәтләй.



 Кубалағы АҠШ-тың Гуантанамо хәрби  базаһында урынлашҡан махсус төрмәнең файҙаһынан зыяны күп. Икенсе идара итеү срогының йөҙөнсө көнөндә Аҡ йорттағы матбуғат конференцияһы ваҡытында, журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп, Америка президенты Барак Обама шул турала белдерҙе. Дәүләт башлығы һүҙҙәре буйынса, ул тәүге һайлау кампанияһы осоронда төрмәне ябыу хаҡындағы вәғәҙәһен үтәргә өмөтләнә.
 “Американың именлеге өсөн, Гуантанамоның булыуы мотлаҡ түгел,-тип белдерҙе президент.-Ул ҡиммәткә төшә, эффектив түгел, төрмә халыҡ-ара аренала беҙҙең исемгә тап төшөрә, терроризм менән көрәштә союздаштар менән хеҙмәттәшлек кимәлен түбәнйтә, шулай уҡ экстремистарға вербовка эшендә бер ҡорал булып тора. Ул ябылырға тейеш.”
Гуантанамо базаһындағы төрмәне, АҠШ-тағы теракттарҙан һуң, Джордж Буш аса. Унда, суд йәки сит илдәргә оҙатыуҙы көтөп, экстремистик эшмәкәрлектә шик аҫтына алынғандар тотола. 100-ҙән ашыу кешенең аслыҡ иғлан итеүенә  өс ай булып китте, 20 тотҡон бик ауыр хәлдә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий