вторник, 14 мая 2013 г.

БМО бөжәктәргә күсергә тәҡдим итә.



Ҡарышлауыҡтар, бөжәктәр, ҡырмыҫҡаларҙы күреп, бик һирәктәрҙең шайығы ағып китәлер. Әммә күп илдәрҙең, башлыса Африка һәм Азия илдәренең халҡы бөжәктәрҙең йөҙҙәрсә төрөн борондан аҙыҡ-түлек рәүешендә ҡуллана. БМО эксперттарының бөгөн таратылған докладында раҫланыуынса, рационға бөжәктәрҙе индереү кешеләргә киләсәктәге аҙыҡ-түлек көрсөгөнән сығырға мөмкинлек бирәсәк, улар ҡәҙимге ашантыны алмаштыра аласаҡ:

“Бөжәктәр бик туҡлыҡлы, уларҙа аҡһым, минералдар һәм майҙар күп, шуға күрә улар үҫә барған Азия, Африка һәм Латин Америкаһы илдәре өсөн бик мөһим. Бөжәктәр, ысынлап та, халыҡтың аҙыҡ-түлек именлегендә ҙур роль уйнай, сөнки улар менән 2 миллиард кеше туҡлана, был иһә донъя халҡының өстән бер өлөшөн тәшкил итә.”

Үлән араһында ултырған сиңерткәләр тәлмәрйендәрҙән башҡа ла улар менән ҡыҙыҡһыныусылар табылыр, тип көтмәгәндәрҙер, әммә хәҙер байтаҡ Көнбайыш илдәрендә бөжәктәрҙән әҙерләнгән блюдоларға махсуслашҡан ресторандар асыла. БМО докладында раҫланыуынса, бындай аҙыҡ менән туҡланыу һимереүҙән ҡотҡарасаҡ. Тик шуны ла иҫәптән сығарырға ярамай: ҡайһы берәүҙәр, тәмле был блюдоларға өйрәнеп китеп, артығын ашап ташлауҙары ла ихтимал.

Комментариев нет:

Отправить комментарий