понедельник, 20 мая 2013 г.

Был ресторанда түләмәҫкә мөмкин.



Был ресторанда түләргә аҡсаһы булмағандарҙың да ашап сығыу мөмкинлеге бар. Иҫәп буйынса түләү урынына улар бер сәғәт ваҡытын һауыт-һаба йыуыуға, башҡа клиенттарҙы хеҙмәтләндереүгә бүлә ала. Ресторан мартта Испанияның Террасса ҡалаһында асылды, көн һайын унда 70 тирәһе кеше туҡлана.
Был бик шәп, тип уйлайым. Бында йөрөй башлағас, кәйефем дә яҡшырҙы, ошонда дуҫтар ҙа таптым. Беҙ аралашабыҙ, бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ. Был- һирәк осрай торған мөмкинлек,-”ти бер ҡатын.
Ресторан эшһеҙ ҡалған, килеме булмағандар араһында танылыу ала бара. Ресторан менән идара итеүсенең һүҙҙәре буйынса, килеүселәрҙең яртыһы самаһы түләү урынына хеҙмәт күрһәтеүҙе хуп күрә:
“Бушлай ашханалар социаль роль үтәргә тейеш. Беҙҙең ресторандың роле икенсерәк. Беҙгә үҙ бәҫен  күтәрергә һәм нығытырға, көндәлек тормошон яҡшыртырға теләгәндәр килә.”
Испанияла иҡтисади көрсөк, эшһеҙлек кимәле 27 процентты үтеп китте һәм бик күптәр ҡыйын хәлдә тороп ҡалды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий