АҠШ-та традицияға ингән йәнә бер парад фажиғә менән
тамамланған. Автомобиль көтмәгәндә Туристар көнөнә бағышланған тантаналы
йөрөштә ҡатнашыусыларҙың өҫтөнә барып менгән. Юл хәрәкәте фажиғәһе һөҙөмтәһендә
60 кеше зыян күргән. Өс кеше ауыр тән йәрәхәттәре алған һәм шунда уҡ вертолетта
эвакуацияланған. 15 кеше яҡындағы
дауаханаларға оҙатылған.
Был ваҡиға Америкалағы бәләкәй генә Дамаскас
ҡаласығында тау туризмын яратыусысыларҙың йыл һайын үткәрелгән фестивале
ваҡытында булған.
“Беҙҙең артта ҡысҡырыш башланды- автомобилдең халыҡты
этә-төртә килеүен күрҙек...Беҙ ситкә китеп өлгөрҙөк һәм ул яһаған һәләкәтте
күрҙек,-”тип һөйләй ваҡиғаның шаһиты булған малай.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса,
руль артында оло йәштәге кеше ултырған, хәле хөртәйеп китеү сәбәпле, ул машина
менән идара итә алмаған.
Комментариев нет:
Отправить комментарий