вторник, 28 мая 2013 г.

Пакистан: балаларҙы вакцинациялау менән шөғөлләнгән медиктарға боевиктар һөжүм иткән.


Пакистандың Пешавар ҡалаһы ситендә халыҡты полиомиелитҡа ҡаршы вакцинациялау менән шөғөлләнгән медиктар командаһына билдәһеҙ әҙәмдәр һөжүм иткән. Боевиктар врач ҡатынды атып үлтергән һәм уның менән бергә эшләгән иптәшен ҡаты яралаған. Һөжүм һаҡсыларҙың күҙ алдында булған.
Шаһиттарҙың береһе һөйләй:
“Беҙҙекеләр именлек хеҙмәткәрҙәре бергә йөрөүен теләмәне. Арттараҡ һаҡсылар килгәс еткән, тип иҫәпләне.”
Пакистан властары, прививкалар яһау өсөн, илдең төрлө райондарына медиктар бригадаһын ебәрә, әммә урындағы халыҡ врачтарҙы өнәп бөтмәй.
Берәүҙәр “хөкүмәт бындай прививкалар менән пуштундарҙы импотент яһарға уйлай ”тип иҫәпләй, икенселәре иһә “прививкалар яһау өсөн сусҡа ите файҙаланыла, шул рәүешле Көнбайыш мосолмандарҙы стерилләштерергә теләй,”тиҙәр.


Комментариев нет:

Отправить комментарий