понедельник, 13 мая 2013 г.

Пакистан: “Пенджаб арыҫланы”кире ҡайтты.



Науаз Шәрифтең  тантаналы рәүештә кире ҡайтыуы: 14 йыл элек хәрби түңкәрелеш ваҡытында властан алынған, ҡулға алыныуҙы, һөргөндө үткәргән Пакистандың элекке премьеры ил менән идара итеүҙе йәнә үҙ ҡулына ала.

Шәмбе көн үткән парламент һайлауҙары һөҙөмтәләре уның Пакистан мосолмандары лигаһының ышаныслы еңеүе хаҡында һөйләй. Шәриф үҙенең еңеүе хаҡында иғлан итте лә инде, ә уның төп ярышташы- легендар спортсы Имран Хан- үҙенең еңелеүен таныны. Халыҡта ”Пенджаб арыҫланы”исемен алған элекке премьер яҡлылар лагерында ҙур байрам.

Пакистандың парламент һайлауҙарына килеүселәрҙе теракттар менән ҡурҡыттылар. 17 кеше уларҙың ҡорбаны булды, тиҫтәләгәне тән йәрәхәттәре алды. Талиптарҙың янауына ҡарамай, кешеләр урналарға сыҡты, йыш ҡына ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып тауыш бирҙе. Хәҙер халыҡ “Пенджаб арыҫланы”на ҙур өмөттәр бағлай:

“Бик күптәр Науаз фирҡәһе вәкилдәре өсөн тауыш бирҙе, уларҙы еңеүгә алып килде. Хәҙер һүҙ уларға. Улар вәғәҙәләрен үтәргә, халыҡтың өмөтөн аҡларға, халыҡҡа тыныслыҡҡа һәм мул тормошҡа юл асырға тейеш.”

Пессимистик ноталар ҙа ишетелә:

“Өмөттәр һәр ваҡыт ҙур, әммә уларҙың тормошҡа ашҡанын күргәнем юҡ әле. Инфляция кәмер, эш урындары артыр, хәүефтәребеҙ юҡҡа сығыр, электр менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр туҡталыр, тип өмөтләнәбеҙ. Тик  быларҙы берәү ҙә хәл итә алмай. Был кешеләр ҙә уларҙы тормошҡа ашыра алмаясаҡ.”

Элек Науаз Шәриф ике тапҡыр премьер креслоһын биләне. Ул идара иткән саҡта, Пакистан иҡтисады тотороҡло рәүештә үҫте, эшһеҙлек кимәле лә күпкә түбән ине. Шәриф яҡлылар тәжрибәле сәйәсмәндең  илдә тәртип булдыра алыуына ышана.

Комментариев нет:

Отправить комментарий