вторник, 11 июня 2013 г.

ЦРУ информаторы ҡайҙа булған?


Граждандарҙың үҙ-ара хәбәрләшеүен тикшереү менән шөғөлләнгән Американың махсус хеҙмәттәренең эшмәкәрлеге хаҡындағы мәғлүмәтте халыҡҡа сығарған Эдвард Сноудендың ҡайҙалығы билдәһеҙ. Дүшәмбе ул Гонконгтағы ҡунаҡхананан киткән, ә көн элгәре тап ошонан ул үҙенең исемен асып һалды һәм ғауға тыуҙырған факттарҙы асыуға этәргән мотивтар хаҡында һөйләне.
29 йәшлек Сноуден үҙен ЦРУ-ҙың элекке хеҙмәткәре булараҡ танытты һәм шулай уҡ контракт буйынса Милли именлек агенствоһында ҡайһы бер проекттар өҫтөндә эшләүен әйтте.
Америка махсус хеҙмәттәренең электрон коммуникацияларҙы күҙәтеү буйынса үтә лә йәшерен программаһы тураһындағы документтарҙы ул Gardien гәзите редакцияһына тапшырған, уның артабанғы яҙмышы хаҡында редакцияла белмәйҙәр:
“Сноуден әле бик ҡыйын хәлдә. Ул берәй илдән, мәҫәлән, мәғлүмәттәр таратыу азатлығы менән дан тотҡан Исландиянан һыйыныр урын һорарға йыйыныуы хаҡында әйткәйне. Бәлки, ул быны эшләй алыр. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ уның бәләгә юлығыуын бер ҙә теләмәйбеҙ,-”тине баҫманың редакторы Джанин Гибсон.
АҠШ-та Сноуденға ҡарата тикшереү эше башланған. Милли разведка директоры, уның эшмәкәрлеген ғәйепләне, илдең именлеген хәүеф аҫтына ҡуйыуын белдерҙе.
Конгреста фекер айырымлығы күҙәтелә. Ҡайһы бер закон сығарыусылар информаторҙың илгә ҡайтарылыуы яғында, икенселәре иһә, шәхси тормошҡа ҡыҫылыуҙары өсөн, хөкүмәткә дәғүә белдерергә тәҡдим итә.
Нью-Йоркта, Сноуденды яҡлап, акция уҙҙы. Тәүлек тә үтмәне, Аҡ йорттоң сайтында уны ғәфү итеүҙе талап иткән петиция аҫтына 21 мең кеше ҡул ҡуйҙы. АҠШ администрацияһынан рәсми яуап алыр өсөн, 30 көн эсендә 100 ҡултамға йыйырға кәрәк.


Комментариев нет:

Отправить комментарий