четверг, 20 июня 2013 г.

Обама Рәсәй менән ядро ҡоралдарын ҡыҫҡартыу хаҡында һөйләшәсәк.


Барак Обаманың АҠШ президенты сифатында Берлинға тәүге визиты йылы ғаилә мөхитендә үтә: Барак һәм Мишель Обама канцлер Ангела Меркель һәм уның рәсми тантаналарҙа бик һирәк күренгән тормош иптәше Йоахим Зауэр менән халыҡ алдына сыҡты.
Германия президенты Йоахим Гаук һәм канцлер ханым менән һөйләшеүҙәрҙән һуң, Барак Обама, 50 йыл элек президент булған Джон Кеннеди һымаҡ уҡ, Бранденбург ҡапҡалары янында телмәр тотто. Ҡайнар ҡояш аҫтында- шаршамбы Берлинда йыл дауамындағы иң эҫе көн булды- Обама ҡыҙыу ҡоралланыуҙы ауыҙлыҡларға саҡырҙы.
“Барыһын да ентекләп тикшергәндән һуң, мин шуны әйтә алам: беҙ Американың һәм союздаштарыбыҙҙың именлеген гарантиялай һәм шул уҡ ваҡытта стратегик ядро ҡоралдарыбыҙҙың өстән бер өлөшөн ҡыҫҡарта алабыҙ. Мин, “һалҡын һуғыш” ваҡтындағы кеүек ядро ҡеүәтен демонстрациялауҙан арынып, Рәсәй менән ҡоралланыуҙарҙы ҡыҫҡартыу хаҡында һөйләшеүҙәр алып барырға ниәтләйем.”
Президент һөйләшеүҙәр менән мәшғүл булғанда, ҡатыны ҡыҙҙары Малия һәм Саша менән Холокост ҡорбандары Мемориалын барып күрҙе, Рейхстагта булды һәм Берлин стенаһы янында һәләк булғандарҙы хөрмәтләп иҫкә алды.


Комментариев нет:

Отправка комментария