пятница, 9 августа 2013 г.

Грузия-Рәсәй: 5 көнлөк һуғышҡа 5 йыл.


Кесаҙна Грузияла 2008 йылғы Рәсәй-Грузия һуғышының 5 йыллығын билдәләнеләр. Тбилисиҙа һәм Гориҙа грузин һалдаттары ҡәберҙәренә сәскә бәйләмдәре һалынды.
Көньяҡ Осетия һәм Абхазия баш ҡалаларындағы һәйкәлдәргә, Мәскәүҙәге Абхазия илселеге бинаһы алдына кешеләр сәскәләр һалды һәм 5 көнлөк һуғыш ваҡытында һәләк булған Рәсәй тыныслыҡ урынлаштырыусылары, Цхинвалдың тыныс халҡы иҫтәлегенә шәмдәр яндырҙы.
8 авгусҡа ҡаршы төндә Тбилиси Грузиянан бойондороҡһоҙлоҡ алырға маташҡан Көньяҡ Осетияға ҡаршы һуғыш башланы. Рәсәй тыныслыҡ урынлаштырыусылары һәләк булғандан һуң, президент Медведев тыныслыҡ булдырыуға мәжбүр итеү операцияһын башланы. Конфликт зонаһына Рәсәй ғәскәрҙәре инде.
Конфликт ваҡытында һәләк булыусыларҙың теүәл генә иҫәбен әле булһа асыҡлай алмайҙар. Шул уҡ ваҡытта, төрлө сығанаҡтар буйынса, 150 мең кеше үҙ йорттарын ташлап китергә мәжбүр булған. Күптәре әле булһа ҡасаҡ хәлендә.
Һуғыш тамамланғандан һуң, 26 августа, Мәскәү Көньяҡ Осетия һәм Абхазияның бойондороҡһоҙлоғон таныны. 2 сентябрҙә Грузия Рәсәй менән дипломатик мөнәсәбәттәрҙе өҙҙө. Уҙған 5 йыл эсендә ике ил араһындағы мөнәсәбәттәр яҡшырманы. Тбилиси һәм Мәскәү элеккесә бер-береһен конфликтты башлауға ҡотҡо һалыуҙа ғәйепләй.

“Грузия айырым дәүләт булмаған хәлдә генә Грузия-Рәсәй һуғышынан ҡотолоп булыр ине. Әгәр Грузия 2008, 2007 йылдарҙа ла түгел, 2004 йәки 2003 йылдарҙың аҙағында Рәсәйҙең шарттарын ҡабул итһә инде,-”тип белдерҙе Грузия президенты Михаил Саакашвили.
Үҙ сиратында конфликт ваҡытында президент булған премьер-министр Дмитрий Медведев Грузияның“Рустави -2”телеканалына биргән интервьюһында ул саҡта ҡабул иткән ҡарары өсөн үкенмәүен белдерҙе:
“Мин һеҙгә шуны әйтә алам: был ҡарарҙы мин ҡабул иттем, ул саҡтағы хәлдә был берҙән-бер дөрөҫ ҡарар ине тип уйлайым.”
Бөгөн Көньяҡ Осетия һәм Грузия сиген Рәсәй сик һаҡсылары һаҡлай. Хәлдәр һаман да көсөргәнешле, Мәскәү менән Тбилиси араһында йылы мөнәсәбәттәр урынлашыуға әлегә өмөт күренмәй.


Комментариев нет:

Отправить комментарий