понедельник, 26 августа 2013 г.

Сноуден буйынса, АҠШ разведкаһы өсөн беренсе урында торған нәмәләр: МАГАТЭ, БМО, Евроберләшмә.


АҠШ-тың Милли именлек агенствоһы даими рәүештә Веналағы Халыҡ-ара атом энергияһы агенствоһы штаб-фатирында разведка мәғлүмәттәре йыйған, БМО-ның эске видеоконференцияһына ингән һәм Евроберләшмәнең Нью-Йорктағы, Вашингтондағы вәкиллектәрендә күҙәтеү ойошторған.
Был турала йәкшәмбе көн, ҮРИ-ның элекке хеҙмәткәре Эдвард Сноудендың сираттауғы фашлауҙарын баҫтырып сығарып, немецтарҙың аҙналыҡ “Шпигел”е хәбәр итте.
Америка махсус хеҙмәттәре төҙөгән приоритеттар таблицаһында МАГАТЭ, Рәсәй, Иран, КХДР һәм Ҡытай тәүге позицияла, БМО- икенсе, Евроберләшмә өсөнсө позицияла тора.
“Шпигель”мәғлүмәттәре буйынса, Сноуден тапшырған документтарҙа Европалағы Америка разведкаһы өсөн иң мөһиме- Германия, тәү сиратта Германия Федератив Республикаһының иҡтисад мәсьәләләре һәм тышҡы сәйәсәте.
Исемлеккә Испания, Италия һәм Франция ла ингән.

Уҙған йомала, электрон шпионлыҡ ғауғаһы арҡаһында, Берлин махсус хеҙмәттәрҙең Германия территорияһындағы төрлө бәйләнеш каналдарын контролдә тотоу барышында алынған мәғлүмәттәре менән алмашыу хаҡындағы килешеүҙе юҡҡа сығарҙы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий