четверг, 29 августа 2013 г.

Португалияла урман янғындары көсәйҙе.


Эҫелек һәм көслө ел арҡаһында, Португалияла урман янғындары көсәйҙе. Ут кеше йәшәгән күп урындарға янай, халыҡты эвакуациялайҙар. Тәбиғәт ҡазаһы менән көрәшкә 1400 янғын һүндереүсе һәм 250 машина йәлеп ителгән, әммә әлегә ялҡынды ауыҙлыҡлап булмай.
Уттан бер нәмә лә ҡалмай, күп португаллылар бөтәһен дә юғалтҡан.
“Мине йыл буйына шарап менән тәьмин иткән йөҙөм баҡсам бар ине. Хәҙер ул юҡ. Бөтә нәмә янып бөттө,-’ти бер ир.
Милли парк урынлашҡан Серра ду Карамулу районында хәлдәр шәптән түгел. Унда ут 6 ауылды ҡамап алған.

4 самолет янғын һүндереүҙә ҡатнаша.

Комментариев нет:

Отправить комментарий