суббота, 24 августа 2013 г.

Туристар Испанияны һайлай.


Испандар көрсөк ваҡытында ла аҡса эшләргә мөмкинлеген иҫбатланы. Быйылғы йәй ил туристар менән шығрым тулды. Июндә Испанияла 6 миллион турист булды, ә июлдә ялға килеүселәрҙең иҫәбе 7 миллион 900 меңгә етәсәк, был уҙған йыл менән сағыштырғанда 320 000 турисҡа күберәк тигән һүҙ. Сәбәбе гүзәд пляждарҙа, күренекле урындарҙа һәм испан кухняһында ғына түгел, башҡа илдәрҙәге көрсөктә һәм Испанияның үҙендә хаҡтарҙың төшөүендә лә.
Ә туристар был турала нимә уйлай:
Аҙна буйы бында булыу 200 евронан да кәмерәк, бик осһоҙ.
“Бында иҫ киткес шәп, испандар бик изгелеклеләр.”
Тәбиғәт, тәмле ашау.
Миңә был регион, уның культураһы оҡшай.
“Мин испандарҙың йәшәү рәүешенә һоҡланам.”
Тыныс ял өсөн Испанияны тәүҙә Мысырға юл тоторға уйлаусылар ҙа һайлаған. Быйыл Европа иле Рәсәй туристарын өстән бергә күберәк йәлеп иткән. Пляждары, ваҡытты ҡыҙыҡлы итеп үткәрергә мөмкинлек биреүе менән Католония рәсәйлеләрҙе айырыуса нығыраҡ ылыҡтыра.


Комментариев нет:

Отправить комментарий