четверг, 19 сентября 2013 г.

Бәшәр Асад: “Химик ҡоралды юҡ итеү миллиард долларға барып баҫасаҡ.”


Сүриә үҙенең химик ҡорал арсеналын уны юҡ итергә теләк белдергән теләһә ниндәй илгә тапшырырға әҙер, ә был эш бер йылға яҡын һуҙыласаҡ һәм миллиард долларға барып баҫасаҡ- Fox News телеканалына биргән интервьюһында Сүриә президенты Бәшәр Асад ошо хаҡта белдерҙе һәм шулай уҡ Дамасктың химик ҡорал буйынса килешеү шарттарын үтәргә әҙер булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Ул бик күп аҡса талап итәсәк- миллиард доллар самаһы. Химик ҡоралды юҡ итеү тирә-яҡ мөхиткә ҙур зарар килтерәсәк. Әгәр Америка администрацияһы шундай аҡса түләргә әҙер булһа һәм ағыулы матдәләрҙе АҠШ-ҡа килтереүҙе үҙ өҫтөнә алһа, бәлки, улар был эшкә тотонорҙар?”
БМО-ның именлек Советында иһә Сүриәгә ҡағылышлы резолюция буйынса фекер алышыу бара. Берҙәмлек тойолмай, аҙна аҙағына ҡәҙәр мәсьәләнең тауышҡа ҡуйылыуына күптәр шик белдерә. Мәскәү Сүриәләге инспекторҙарҙың эш һөҙөмтәләрен “сәйәсиләштерелгән, ысынбарлыҡҡа тап килмәгән һәм бер яҡлы”тип атаны. Рәсәй БМО Именлек Советына Дамаск янындағы химик ҡорал ҡулланыу баш күтәргән төркөмдәр эше булыуын раҫлаусы матди дәлилдәрҙе тапшырырға йыйына. Франция һәм Бөйөк Британия үҙ сиратында химик һөжүм өсөн хөкүмәт көстәре яуаплы, тип иҫәпләй һәм “тәүәккәл резолюция” ҡабул итеү яғында тора.
Сүриә ҡалаларында ҡан ҡойош туҡталмай.


Комментариев нет:

Отправить комментарий