воскресенье, 22 сентября 2013 г.

Манила сүп-сар эсендә.


Филиппинда 5 мең эшкә үҙ ирке менән сығыусы кеше, муниципаль хеҙмәткәр шәмбе көн Маниланың яр буйы райондарын сүптән таҙартты. Уларға тауҙай сүп-сар өйөмдәре менән көрәшергә тура килде.

Акция Халыҡ-ара яр буйҙарын таҙартыу сиктәрендә үткәрелде, ул йыл һайын сентябрҙең өсөнсө шәмбеһендә билдәләнә. Эш барыһына ла етерлек булды.

“Беҙгә сүп ташлауҙы туҡтатырға кәрәк, улар бит торбаларға тығыла, шул арҡала Маниланы һыу баҫа,”- ти акцияла ҡатнашыусы ир.

“Үҙгәрештәр булыр, тип өмөтләнәм,-ти бер ҡатын.- Күпмелер ваҡыт кәрәк буласаҡ, әлбиттә, әммә кемдер башларға һәм дауам итергә тейеш бит был кампанияны.”


Манилала 10 миллион самаһы кеше йәшәй. Эксперттар билдәләүенсә, көн һайын Филиппин баш ҡалаһы 9 мең тонна сүп-сар cығарып түгә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий