Сүриә БМО-ның химик
ҡоралды юҡ итеү хаҡындағы 2118-се резолюцияһын үтәйәсәк. Был турала йәкшәмбе
Бәшәр Асад Италияның RaiNews24 яңылыҡтар каналына биргән интервьюһында хәбәр
итте.
Журналист Моника Маджони
һорауына ул былай тип яуап бирҙе:
“Беҙ БМО резолюцияны раҫлағанға ҡәҙәр үк
химик ҡоралды ҡулланмау һәм уны булдырыуға юл ҡуймау тураһындағы халыҡ-ара
килешеүҙе ҡабул иттек. Рәсәй инициативаһы күбеһенсә беҙҙең ошо ынтылышыбыҙҙы
сағылдыра, шуға ла хәҙер һүҙ резолюция хаҡында түгел, беҙҙең ағыулы матдәләрҙән
ҡотолорға теләүебеҙҙә.”
Йома көн БМО Именлек
советы Сүриәлә 2011 йылдың мартында башланған конфликт буйынса тәүге резолюцияны
ҡабул итте. Шишәмбе көн Дамаскка Химик ҡоралды тыйыу ойошмаһының 20 эксперты
киләсәк. Улар киләһе йыл урталарында юҡ ителергә тейешле Сүриә арсеналында
инспекция башлаясаҡ.
Әле Дамаск ситтәрендә
БМО белгестәре эшләй, уларҙың маҡсаты- ошо йылдың 19 мартынан 25 авгусҡа ҡәҙәр
ете тапҡыр ағыулы матдәләр ҡулланылыуы хаҡындағы мәғлүмәтте тикшереү. Икенсе халыҡ-ара
миссия дүшәмбе тамамлана. Сираттағы доклад октябрь аҙағына әҙер буласаҡ.
Комментариев нет:
Отправить комментарий