Быйыл Мәккәгә 2
миллион самаһы мосолман хаж ғәмәлен үтәргә килде. Улар дүшәмбе, ҡояш байығансы, Мина
үҙәнендәге Ғәрәфәт тауында намаҙ уҡыны. Риүәйәт буйынса, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм
һуңғы вәғәзен һөйләгән был тауҙа тороу- хаж ғәмәленең иң мөһим өлөшө, унан һуң Ҡорбан
байрамы башлана.
Сәғүд Ғәрәбстаны быйыл
хажға килеүсе сит ил кешеләре өсөн квотаны 20 процентҡа, ә ил граждандары өсөн
яртылаш кәметте. Хаж министры элегерәк белдереүенсә, был саралар Мәккәләге
Әл-Хәрәм мәсетендәге Ҡәғбәгә хаж ҡылыу урынын киңәйтеү эштәре менән бәйле,
шулай уҡ халыҡтың күплеге яңы
коронавирус инфекцияһы таралыуға алып килеүе ихтимал тигән хәүеф тә бар.
Бында 100 мең һалдат
һәм полицейский именлек һағында тора. 4200 камеранан видеокүҙәтеү алып барыла.
Комментариев нет:
Отправить комментарий