пятница, 1 ноября 2013 г.

Гестапо башлығын йәһүд зыяратында ерләгәндәр.


Гестапо башлығы Генрих Мюллер Икенсе бөтә донъя һуғышының һуңғы көндәрендә Берлинда үлтерелгән һәм йәһүд зыяратының туғандар ҡәберлегендә ерләнгән - архивтағы документтарҙы өйрәнгән, “Бильд” гәзите яҙғанса, Мюллерҙың үлем хаҡындағы таныҡлығы, уны күмгән кешенең күрһәтмәләре менән танышҡан немец тарихсыһы Йоханнес Тухель  шулай тип иҫәпләй. Ул ҡағыҙҙар буйынса, мәйеттә генерал мундиры, ә кеҫәһендә фото йәбештерелгән шәхес танытмаһы була.
Йоханнес Тухель, Немец ҡаршылыҡ күрһәтеү мемориаль үҙәге етәксеһе:
“Гимлер, Гитлер һәм Гейдрихтар менән бергә ул күпләп халыҡтарҙы ҡырыу, шул иҫәптән Холокост өсөн яуаплы. 1942 йылда Ванзей конференцияһында “йәһүд мәсьәләһен аҙағынаса хәл итеү” хаҡында белдереү ҡабул ителә һәм ул шунда ҡатнаша. Һуғыш барышында совет әсирҙәрен күпләп ҡырыу өсөн дә яуаплы ул.”
Мюллерҙың һуғыштан һуңғы яҙмышы- XX быуаттың иң ҙур тарихи йомаҡтарының береһе. Тикшеренеүселәр һәм махсус хеҙмәттәр уның эҙҙәрен АҠШ, Советтар Союзы, Латин Америкаһында эҙләй.
Йәһүд ойошмаһы вәкилдәре, әгәр тарихсы Йоханнес Тухелдең гестапо башлығының ерләнгән урыны тураһындағы фаразы дөрөҫкә сыҡһа, Мюллерҙың мәйетен күсереп ерләүҙәрен талап итәсәктәрен белдерҙе.



Комментариев нет:

Отправить комментарий