воскресенье, 24 ноября 2013 г.

Молдавия: Кишеневта Евроберләшмәгә яҡынайыуға ҡаршы митинг.


Молдавия коммунистары шәмбе көн Кишинев үҙәгендә, властарҙан Евроберләшмә менән ассоциация хаҡындағы килешеүҙе парафирлауҙан баш тартыуҙы талап итеп, күп меңлек митинг үткәрҙе. Был документҡа бер аҙнанан һуң, Вильнюстағы “Көнсығыш партнерлығы” саммитында ҡул ҡуйылырға тейеш. Коммунистар фирҡәһе лидеры һәм элекке президент Владимир Воронин белдереүенсә, Рәсәй, Белоруссия, Ҡазахстан Таможня союзына ингәс кенә, Молдавия Европа иленә әйләнә ала:
“Әлеге осраҡта властар оятһыҙ рәүештә беҙҙең бөтәбеҙҙе лә, бөтә халыҡты алдай,-тине Воронин.-Йәшерен рәүештә һөйләшеүҙәр үткәреп, илдә бер кем менән дә кәңәшләшмәй, илдең юғары ҡануниәт органын- парламентты, йәмәғәтселекте һанға һуҡмай, улар оҙаҡламай Вильнюста ниндәйҙер йәшерен документҡа ҡул ҡуйырға йыйына.”

Һорашыуҙар буйынса, Евроберләшмә менән интеграция яҡлылар Таможня союзына инергә теләүселәр менән бер тиерлек. Ноябрь башында идара итеүсе коалиция ла Кишеневта евроинтерграция курсын яҡлап ҙур митинг үткәрҙе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий