Японияның үҙ-үҙеңде
һаҡлау көстәре отрядтары, ай башында илгә ябырылған емергес “Хайян” тайфунынан
зыян күргәндәргә ярҙам итеү өсөн, Филиппиндың Таклобан ҡалаһына килде.
Был урындан 10
километрҙа ғына Икенсе Бөтә донъя һуғышы заманында Филиппинды Япония
илбаҫарҙарынан азат иткән Америка хәрбиҙәренә һәйкәл тора. 60 йылдан һуң,
урындағы халыҡ гумантиар миссия менән килгән 1 000 кешенән торған Япония
десантын сәләмләп ҡаршыланы. Һиптергестәр менән ҡоралланған һалдаттар ваҡытлы
торлаҡтар торған территорияны пестицидтар менән эшкәртә башланы.
“Тәбиғәт ҡазалары
ҡурҡыныс,- ти Япония һалдаттарының береһе.-Япондар 2011 йылдағы ер тетрәү
ваҡытында уны үҙҙәре кисерҙе. Әммә беҙ хәҙер туплаған тәжрибәбеҙҙе
филиппиндарға ярҙам итеү өсөн ҡуллана алабыҙ.”
Стихия йөҙҙәрсә йортто
юҡ иткән, кешеләр дарыу, аҙыҡ-түлек, һыуға ҡытлыҡ кисерә. Ләкин шундай хәлдә лә
халыҡ балаларҙы Яңы йыл байрамынан мәхрүм итмәҫкә булған- харабалар араһында 5
меңдән ашыу кешеһен юғалтҡан ҡалала өмөт билдәһе булып биҙәлгән шыршы тора.
“Уны минең ҡыҙым уйлап
сығарҙы,-ти бер ҡатын.-Тайфундан һуң өс көн үткәс, аунап ятҡан шыршыны күреп
ҡалған. Ул, ватыҡ шыршыны йүнәтеп, матурлап ултыртып ҡуйҙы.”
Филиппинда, рәсми
мәғлүмәттәр буйынса, 12 миллион кеше тайфундан зыян күргән. Күрелгән ҡаза 10
миллиард долларға барып баҫҡан.
Комментариев нет:
Отправить комментарий