среда, 20 ноября 2013 г.

Cардиния: циклондан һуңғы пейзаж.


Италияның Сардиния утрауы халҡы ташҡындарға, емереклектәргә алып килгән “Клеопатра” циклонынан һуң баш-күҙ ала башланы. Зыян күргән райондарҙа территорияларҙы тәртипкә килтерәләр. Был эштәрҙә хәрбиҙәр ҙә ҡатнаша. Тәбиғәт ҡазаһы һөҙөмтәһендә, кәм тигәндә, 16 кеше һәләк булған, 1 кеше хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә. 2700 кешенең йорто зыян күргән йәки һыу аҫтында ҡалған. 10 меңдән ашыу кеше электрһыҙ ҡалған.

Регионға 20 миллион евро бүленәсәк. Һуңғы 50 йыл эсендә ташҡындарҙа һәләк булғандарҙың күбеһе- Сардинияла. Был хәлгә эксперт аңлатма бирә:


“Сардиния- етди иғтибар бирелмәгән региондарҙың береһе. Төп проблема- территорияны нисек итеп тейешле кимәлдә тоторға. Йылға үҙәндәре, мәҫәлән, таҙа булырға тейеш. Хәүефле райондарҙа төҙөлөш алып барыуҙы тыйырға кәрәк. Быларҙың береһе лә эшләнмәне һәм хәҙер беҙ уның нимәгә килтереүен күрәбеҙ. Урындағы администрация һәм сәйәсмәндәр быларҙың барыһы өсөн дә яуаплы. Милли тикшеренеүҙәр үҙәге кеүек ғилми институттар күп тәҡдимдәр менән сығыш яһаны һәм Италия территорияһындағы гидрология хәлдәренең ябайҙан түгеллеген иҫкәртте, әммә эштәр бик әҙ эшләнде.”

Комментариев нет:

Отправить комментарий