суббота, 14 декабря 2013 г.

КХДР: Ким Чен Ындың ағаһын язалау Сталин замандарын иҫкә төшөрҙө.


КХДР-ҙың дәүләт телеканалы аша Ким Чен Ындың ағаһы Чан Сон Тхэкты язалау хаҡында рәсми белдереү күптәрҙе шаңҡытты.
Дәүләт оборона комитеты рәйесе урынбаҫары посын биләгән Чан Сон Тхэк, “фирҡәгә һәм инҡилапҡа ҡаршы” эшмәкәрлектә ғәйепләнеп, уҙған дүшәмбе ҡулға алына һәм махсус хәрби трибунал ҡарары менән йомаға ҡаршы төндә язалана.
Ҡайһы бер аналитиктар Пхеньян риторикаһында Сталин репрессиялары менән оҡшашлыҡты, икенселәре методтарҙың оҡшашлығын күрә: Чан Сон Тхэкты пулеметтан атып үлтерәләр, уның рәсемдәрен шунда уҡ рәсми кинохрониканан алып ташлайҙар.
Пекин Чан Сон Тхэкты язалау КХДР-ҙың”эске эше” булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ҡайһы бер күҙәтеүселәр шуны ла иҫкә төшөрә: башҡа эштәре менән бергә Ким Чен Ындың ағаһы “илдең ресурстарын юҡ ҡына хаҡҡа” Ҡытайға һатыуҙа ғәйепләнә.
“Был ваҡиғалар Төньяҡ Кореяның тотороҡлолоғона йоғонто яһамаҫ, ул иҡтисади үҫеште һәм граждандарының тормош кимәлен күтәреүен дауам итер, тип өмөтләнәбеҙ,-”тине Ҡытай сит ил эштәре министрлығы вәкиле.
Үҙ сиратында Көньяҡ Корея ”тәрән борсолоуын” белдерҙе. Именлекте тәьмин итеүсе ведомстволар ултырышында берләшеү министры былай тине:
”Электән шуны күрә килдек: КХДР-ҙа эске тотороҡһоҙлоҡ усаҡтарын баҫтырыу тышҡы сәйәси ареналағы провокацияларға ла алып килде. Был сценарий ҡабатланмаһын өсөн, беҙ ныҡлы күҙәтеү алып барабыҙ.”
Хөкөм ҡарарының шулай тиҙ сығарылыуы, тиҙ тормошҡа ашырылыуы һәм уның асыҡтан-асыҡ эшләнеүе, ә был Пхеньян өсөн һирәк күренеш, күптәрҙе шаҡ ҡатырҙы. Күптәр уны шулай аңлата: тап Чан Сон Тхэк, Ким Чен Ир вафат булғас, йәш лидерҙың опекуны була һәм уға ябай булмаған осорҙо үтергә ярҙам итә. Ҡурҡыныс тыуҙыра башлау менән, Төньяҡ Корея матбуғаты белдереүенсә, “монолит етәкселекте нығытыу” хаҡына Чан Сон Тхэкты юлдан ала һалдылар.





Комментариев нет:

Отправить комментарий