суббота, 21 декабря 2013 г.

Рим папаһы “ташландыҡ сүп-сар араһында соҡоноусыларға маһайып” ҡарамаҫҡа саҡырҙы.


Аргентинала уларҙы “ҡатырға халыҡ” (cartoneros) тип йөрөтәләр. Рим папаһы Раштыуа байрамы алдынан тап уларға, ташландыҡ сүп-сар араһынан файҙаға яраҡлы нәмә эҙләүселәргә мөрәжәғәт итте.
Буэнос-Айрес епискобы булған саҡта уҡ хәйерселек менән әүҙем көрәшсе булараҡ танылыу алған Папа Франциск бөтә донъялағы ҡалдыҡ-боҫтоҡ менән көн күреүселәргә видеояҙмаһы ярҙамында мөрәжәғәт итте:
“Беҙ үҙебеҙгә ташландыҡ сүп-сар араһында соҡоноусыларға тәкәбберләнеп ҡарарға рөхсәт имәҫкә тейешбеҙ. Беҙҙең культурабыҙҙы “ташландыҡ культура” тип атарға мөмкин, сөнки ул әйберҙәрҙе генә түгел, кешеләрҙе лә сығарып ташлай,-” тине понтифик үҙенең мөрәжәғәтендә.

Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, 2002 йылда Аргентинала “ҡатырға халыҡ” 30 мең иҫәпләнгән. Папаның фекере буйынса, ҡалдыҡ-боҫтоҡто сортировкалауҙың йәмғиәттә экологик функцияһы бар, күп итеп, уйлап-нитеп тормай ҡулланырға күнеккән йәмғиәткә был яман ғәҙәттән ҡотолоу зарур.

Комментариев нет:

Отправить комментарий