Ижевскиҙа, 95-се
йәшенә киткәндә, данлыҡлы атыу ҡоралы
оҫтаһы Михаил Тимофеевич Калашников донъя ҡуйҙы.
17 ноябрҙә ашҡаҙандан
ҡан китеү диагнозы менән уны дауаханаға һалғайнылар.
Бөгөн Калашников
автоматы донъяның 100-ҙән ашыу илендә ҡулланыла- ул XX быуаттың иң бөйөк уйлап
табылған нәмәләре исемлегенә инде.
“Автоматты минән
яҡшыраҡ эшләгән кешенең ҡулын беренсе булып ҡыҫасаҡмын,-” Михаил Калашниковтың
30 йыл әйткән был һүҙе тапҡыр һүҙгә әйләнде.
Комментариев нет:
Отправить комментарий